Сара 12 февралгә тәғәйенләнгән. Унда «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашҡан 52 ауылда ҡабул итеүҙәр ойоштороласаҡ.
Был ауылдарҙа йәшәгән кешеләргә төрлө хеҙмәт һәм ведомство вәкилдәре бушлай комплекслы ярҙам күрһәтәсәк:
мәшғүллек үҙәктәре — эшкә урынлашыу һәм һөнәр һайлау мәсьәләләре буйынса;
«Ғаилә» үҙәктәре — ғаиләләргә һәм балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса;
Күп функциялы үҙәктәр — дәүләт хеҙмәттәре буйынса;
Башҡортостан Республикаһы буйынса социаль фонд — түләүҙәр һәм ташламалар тураһында;
мәғариф һәм опека бүлеге — бала хоҡуҡтарын яҡлау һәм уҡытыу мәсьәләләре буйынса;
Юристар ассоциацияһы — хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса;
табип-наркологтар — сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса;
участка инспекторҙары — хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ тәртибе мәсьәләләре буйынса;
социаль координаторҙар — МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса.
Алдан яҙылыу кәрәкмәй, уңайлы ваҡытта сәғәт иртәнге 10-дан төшкө 17-гә тиклем килегеҙ.
Ауылдар, осрашыу урыны тураһында һәм өҫтәмә мәғлүмәтте Башҡортостандың Ғаилә порталында табырға мөмкин: vk.cc/cUdmPT