1997 йылдың 30 июнендә Рәил Таяр улы менән Гүзәл Абдулажан ҡыҙы Ҡорамшиндарҙың ғаиләһендә тыуған Альберт Учалы ҡалаһының 10-сы һанлы мәктәбен, урындағы тау-металлургия техникумын (хәҙерге тау сәнәғәте колледжы) тамамлай. Армияла хеҙмәтен тултырғас, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә урынлаша. Ихлас ҡына эшләп йөрөгәнендә, махсус хәрби операция иғлан ителә.
Аталы-уллы ситтә ҡала алмай, Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға барырға ҡарар итәләр. Йәш егет контрактҡа 2022 йылдың апрелендә ҡул ҡуя. Сыбаркүл танк дивизияһының алтынсы танк полкына эләккән Альберт 23 майҙа алғы һыҙыҡта Ҡыҙыл Лиманды алыуҙа ҡатнаша ла башлай. Тәүҙә ул Т-72 танкыһында механик-водитель була, аҙаҡ - танк һәм взвод командиры. Танкыһына “Учалы” тип яҙып ҡуя.
2022 йылдың май аҙағында пенсиялағы Рәил Ҡорамшин да үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә, “Барс-17" отряды составында взвод менән етәкселек итә. Улынан бер хәбәр булмағанға тынғы тапмаған өлкән сержант МХО зонаһына барып етеү менән улын эҙләргә тотона. Күп тә үтмәй уларҙың отрядын тап Альберт хеҙмәт иткән танк дивизияһына ебәрәләр. Атай кеше йөрәкһеүенә сыҙай алмай, подразделение буйлап йүгереп йөрөп, улын эҙләй. Уның ниндәй хәлдә булыуын белгән хеҙмәттәштәре лә битараф ҡалмай. Бер мәл ҡояштай балҡыған яҡташы Рәил Таяр улының ҡаршыһына йүгереп килгән ыңғайы әллә ҡайҙан һөрәнләп һөйөнсөләй: “Бында һинең улың! Альберт бында!”
Атай менән улдың осрашыуын күргән һәр кем күҙенә йәш ала, шул тиклем тулҡынландырғыс күренеш була. Рәил ағай бәхетенә ышанмай, улын ҡат-ҡат ҡоса. Ошо ҡосағынан ул балаһын һис ҡасан да ысҡындырмаҫ ине, ләкин хәрбиҙәрҙең йәшәйеше ҡырыҫ – ата менән улдың юлдары айырыла...
Йәйҙең һуңғы айында аяуһыҙ алыштар бара, тораҡ пункттар бер-бер артлы азат ителә. Бер кистә разведка танк батальоны яғына һигеҙ танк һәм дүрт БМП-нан торған бронетанк төркөмө хәрәкәт итеүен хәбәр итә. Өс танк, шул иҫәптән “Учалы” ла, мәғлүмәттәрҙе аныҡларға китә.
Ләкин күп тә үтмәй, батальон командиры ашығыс рәүештә “Учалы”ны Александровка ауылы йүнәлешендә разведкаға ебәрә - уларҙың яғына бронетанк төркөмө һәм ике батальон танкылар (яҡынса 60 берәмек) килеүе тураһында билдәле була.
Һуңынан, һуңғы тапҡыр Учалыға ҡайтҡанында, март айында, танкист, ауыл эргәһендәге ҡалҡыулыҡта туҡтаныҡ, тип һөйләй: “Кис. Ҡояш байыған мәл. Аҫта - ауыл. Хас та һуғыш тураһында фильмдарҙағы кеүек ҡурҡыныс күренеш: тауҙан ауылға ике тиҫтәнән ашыу гусеница техникаһы төшә. Арабыҙҙағы арауыҡ - киңлеге өс километрҙан ашыу булған ялан. Наводчик менән урындарҙы алмаштырҙыҡ. Ҡаршыға килгән ике танктың бер-береһе менән йәнәш торған мәлен көтөп алып, уларҙың береһен атып, сафтан сығарҙыҡ та, ике ауыл араһында урынлашып, рациянан хәлдәрҙе хәбәр иттек, оборонаға әҙерләндек. Беҙ – өс кенә танк...“
Яғыулыҡ менән өҙөклөк арҡаһында бактағы кәрәсин ни бары ун минутлыҡ алышҡа һәм бер нисә километрға ғына етеүгә ҡарамаҫтан, "Учалы" танкы боролоп ҡайтып китмәй, ә төп юлдың үҙәк киҫелешен үҙ контроле аҫтына ала.
Иртән дошман һөжүмгә күсә.
"Рубин"ға ике танктың береһенән техника колоннаһының уларҙың яғына хәрәкәт итеүе, ут асыуҙары һәм командирҙы яралауҙары тураһында хәбәр итәләр. Хәүефле хәбәрҙе ишетеү менән "Учалы" танкы шунда уҡ уларға ярҙамға йомола.
Бәхеттәренән, шул арала бер тонна яғыулыҡты ла килтереп еткерәләр. 2400 литр һыйҙырышлы бакты кәрәсин менән тултырып алғас, алыштың уртаһына сумалар.
Альберт тағы наводчик урынына ултыра ла, прицелға күҙ һалып ебәрһә – туп-тура алдында дошман танкы тора! Төбәге “Учалы” танкыһына йүнәлтелгән. Бер секунд һәм “Рубин” уға алдан атырға өлгөрә, шунан икенсе тапҡыр...
Дошмандар уларға нисә берәмек техника ҡаршылыҡ күрһәтеүен белмәй - ажғырып өҫтәренә ташланған, күҙ асып йомғансы позицияларын алыштырған, ен кеүек өйөрөлгән өс танк уларҙы сигенергә мәжбүр итә.
Бындай алыштар яуаплы, аҡыллы һәм батыр командир Альберт Ҡорамшин өлөшөнә күп төшә. Яуҙарҙа әллә күпме тапҡыр яралана, әммә иптәштәре өсөн сикһеҙ борсолоп, һәр ваҡыт улар менән бәйләнештә булып, күрһәтмәләр биреп, төҙәлеп бөтөр-бөтмәҫтән кире алғы һыҙыҡҡа ашыға. Хатта контракты бөтһә лә, яуҙаштарын ташламай, ҡабаттан махсус хәрби операцияға бара: “Ниндәй йөрәк менән иптәштәремде ҡалдырайым?!”
2024 йылдың 7 апрель иртәһендә "Рубин" хәрби машиналарҙы - мотоуҡсылар менән МТЛБ һәм БМП-ны оҙатыу бурысын ала. Тик асыҡ яланға сыҡҡан саҡта ғына уның танкыһын дошмандар шартлата. Ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу командирҙың - "Рубин" позывнойлы башҡорт егетенең ғүмерен снаряд өҙә. Командирҙы танктан сығара алмаған экипажы лагерға әйләнеп ҡайта һәм фажиғәле яңылыҡты еткерә...
Шул ваҡытта хәрби хәрәкәт урынында булған Рәил ағай көндөҙ үҙе улының танкыһы шартлаған ергә бара, әммә кәүҙәне алып сыға алмайҙар, сөнки дрондар уларҙы утҡа тота. Артабан да танкыға яҡынларға ирек бирмәй дошмандар.
9 апрелдә иһә вәхшиҙәр танк люгына граната ташлап, уны тағы шартлата. Был кешелекһеҙ ғәмәлде улар мыҫҡыллы рәүештә видеоға төшөрөп, интернетҡа һала.
Тыныс тормошта бер ниһе менән дә тиҫтерҙәренән айырылмаған тыйнаҡ тәбиғәтле, аралашыуҙа ябай Альберт Рәил улы Ҡорамшин яуҙарҙа "Учалы" яҙыулы танкыһында арыҫландай алышып, неонацистарҙың ҡотон алған. Шуға ла уға айырым һунар иғлан иткәндәр. Хатта һәләк булғандан һуң да уны тыныслыҡта ҡалдырмай, ҡурҡыуҙары өсөн үстәрен алырға маташҡан ҡәбәхәттәр.
Ни бары 5 майҙа ғына атаһы улының кәүҙәһен алып сыға ала... Йәшләй генә яуҙа батырҙарса һәләк булған геройҙы 12 майҙа һуңғы юлға оҙаттылар...
Һуғышта ҡыйыулығы, фиҙаҡәрлеге менән айырылып торған танкист егет ике тапҡыр "Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ була, "Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн" миҙалы менән наградлана. Һуңғы наградаһын - генерал Шайморатов миҙалын ата-әсәһенә тапшырҙылар.
Атаһы, генерал Шайморатов ордены кавалеры Рәил Ҡорамшин, яуҙа батырҙарса һәләк булған “Рубин” позывнойлы танкист улы Альберт исеменән "Рубин” – фронтҡа" акцияһын ойоштороп, бөгөнгәсә шуны дауам итә: алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙ өсөн гуманитар ярҙам йыйып, йөктәрҙе ташый.
Батырҙарын иҫкә алғанда, ҡыйыуҙарҙан ҡыйыу Учалы егете Альберт Рәил улы Ҡорамшинды ла онотмаһын тыуған ил. Учалы геройына мәңгелек дан!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.