Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль , 06:15

Мөһим юлдарҙың береһе ябылды!

Сикләүҙәр кискә тиклем дауам итәсәк, юлға сыҡмай тороғоҙ.

Мөһим юлдарҙың береһе ябылды!Мөһим юлдарҙың береһе ябылды!
Мөһим юлдарҙың береһе ябылды!

Башҡортостанда Һауа торошоноң боҙолоуына бәйле М-5 «Урал»юлы участкаһында хәрәкәтте сикләү индерелде. Был хаҡта республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Трассаның 1480-1548 саҡрымдарында  сикләүҙәр индерелде, ул 17:00 сәғәткә тиклем һаҡланасаҡ.

Республика халҡына һауа шарттары яҡшырғансы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә белгестәр.

 

Беҙҙең МАХ  https://max.ru/yeshlek_gazite ҡушылығыҙ!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас