Хәйерле иртә!
Ҡыштың һуңғы айының унынсы көнөнә лә аяҡ баҫабыҙ. Бер нисә көндән селлә бөтә, өҫтәүенә, 18 көндән яҙ айы етә! Тик мартты, Буранай, тип атағандар бит әле. Тимәк, ҡыш тиҙ генә сигенмәйәсәк. Барыбер яҙ башы күңелде ҡояш кеүек йылыта. Һаулыҡ, бәхет, именлек һәммәбеҙгә лә!