Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль , 21:15

Эй, Хоҙайым, сабый һәләк булған бит...

Аварияла ике йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән... Өс балаҡай ауыр хәлдә...

Эй, Хоҙайым, сабый һәләк булған бит...
Эй, Хоҙайым, сабый һәләк булған бит...

Бөгөн Учалы районында Белорет-Учалы-Миәс автомобиль юлының 130-сы километрында "Лада Гранта" менән "Дэу Матиз" бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Дэу Матиз"-дан ике йәшлек ҡыҙыҡай ваҡиға урынында һәләк була. Ауыр йәрәхәтләнгән 9, 7 һәм 5 йәшлек балаҡайҙар әсәһе менән дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Фото: БР ДАИ.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас