Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраля , 05:55

Ауыл урамдары яҡтытыр

Әбйәлил районының Амангилде ауылы халҡы, был проектта әүҙем ҡатнашып, аҡсалата һәм матди сығымдарҙы бергәләшеп күтәрешеп еңеп сығыр, тип ышанабыҙ.  

Ауыл урамдары яҡтытырАуыл урамдары яҡтытыр
Ауыл урамдары яҡтытыр

 

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат – республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү. Унда ҡатнашырға теләгәндәр һаны йылдан-йыл арта, сөнки прог­рамма – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең ышаныслы юлы ул.

 Әбйәлил районының Амангилде ауыл биләмәһе хакимиәте Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында 2014 йылдан әүҙем ҡатнаша. Был проект бик отошло һәм уның үҙенсәлеге шунда: ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башланғыс күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.

– Йыйылыштар үткәреп, инициативалы төркөм булдырҙыҡ. Ауыл халҡы, мәктәп балалары, ата-әсәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҙур теләк менән еңеүгә өмөтләнеп был сараға бәйле эштәрҙә әүҙем ҡатнаша, –  ти Амангилде ауыл хакимиәте башлығы Ринат Сафиуллин.

Әйткәндәй, был проект бик күп көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә, мәҫәлән, Ҡаҙмаш, Амангилде, Рысҡужа ауылдарында урамдарҙы яҡтыртырға, зыярат ҡоймаларын яңыртырға, Әбделғәзе ауылында клубты ремонтларға, Үтәгән башланғыс мәктәбенең ишек, тәҙрәләрен алмаштырырға булышлыҡ итте. Быйыл иғлан ителгән конкурста Амангилде ауылы халҡы ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар район инфраструктураһын яҡшыртыу маҡсатында “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашыу өсөн ғариза биргән. Проекттары еңеп яулап, ауыл урамдарында электр уттары ҡабыныуына ышаныс белдерәләр.

Бөгөнгә проект-смета документтары әҙер, проекттың тәүге яҡынса хаҡы асыҡланған. Әле, конкурста еңеп сыҡһалар, ауыл халҡының, бағыусыларҙың, ауыл биләмәһе хакимиәтенең проектты тормошҡа ашырыу өсөн сығымдарҙы барлау, экономия барлыҡҡа килһә, уны нимәгә тотоносаҡтары тураһында ҡарар ҡабул итеү менән мәшғүлдәр.

Амангилде ауылы халҡы, был проектта әүҙем ҡатнашып, аҡсалата һәм матди  сығымдарҙы бергәләшеп күтәрешеп,  еңеп сығыр, тип ышанабыҙ.

 – Артабан да бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, ил-йорт имен булһын! Ошондай мәртәбәле конкурстарҙа ихлас ҡатнашып, еңеп, киҫкен торған мәсьәләләрҙе хәл итеп, халыҡ мәнфәғәтенә тырышып эшләргә яҙһын, – ти халыҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас