

Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән «Ҡатын – ҡыҙ – милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 1 мартҡа тиклем оҙайтылған.
Проект авторы, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, социаль әһәмиәтле проекттың төп маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙар берләшмәһенең ижтимағи әһәмиәтле эшмәкәрлеген баһалау, үҫеп килгән быуынды халыҡ традициялары һәм илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ-әсә статусын күтәреү һәм тыуған илебеҙ яҙмышында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи һәм сәйәси ролен әүҙемләштереү. Етәксенең әйтеүенсә, быйылғы сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәрҙең әсәләренә, МХО-лағы яугирҙарға ярҙам ойоштороусы ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарға айырыуса иғтибар бүленәсәк. Әле бәйгегә 500-ләп кешенең кандидатураһы тәҡдим ителгән. Федераль кимәлгә сыҡҡан бәйгенең географияһы йылдан-йыл киңәйә: быйыл Луганск Халыҡ Республикаһынан да ҡатнашыусылар бар. Конкурстың финалы 18 мартта үтәсәк.
“Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы”ның республика бүлексәһе «Ватанды һаҡлаусының атаһы» йәмәғәт наградаһы ла булдырған. Ул ҡаһарман улдар тәрбиәләгән ата-әсәләргә хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән өсөнсө йыл рәттән тапшырыла. 18 февралдә Өфөнөң Колонналар залында «Ватанды һаҡлаусының атаһы» йәмәғәт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙасаҡ.
«Ватанды һаҡлаусылар дәүләт» фонды Ҙур һәм татыу ғаилә йылына ҡарата «Ватанды һаҡлаусының ғаиләһе» проектын башлап тора. Унда ҡатнашасаҡ яугирҙарҙың ғаиләләре фотоларҙа үҙҙәренең ғаилә тарихын һөйләйәсәк.
Ойошма БР Мәҙәниәт министрлығы менән дә күп сара үткәрә. Сөнки яугирҙар, һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләре менән социаль- мәҙәни реабилитация даими алып барылырға тейеш.
БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина белдереүенсә, ведомство геройҙар тураһында контент – спектакль, бейеүҙәр ҡуйыу, кино төшөрөү, әҙәби әҫәрҙәр ижад итеү буйынса әүҙем эш алып бара. Яугирҙарға күңел ялы ойоштороу ҙа ҡаралған . Теләгәндәр белгестәр менән музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә ала. Алдан урындар алып, бушлай спектаклдәр ҡарау мөмкинлеге лә бирелгән. Тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатынан музейҙарҙа МХО-ла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең шәхси әйберҙәре, экспонаттар ҡабул ителә.