6 февраль көнө Октябрьский ҡалаһында булған янғын тураһында тулыраҡ мәғлүмәттәр асыҡланды. Биш ҡатлы йорттағы бер бүлмәле фатирҙа янғын сигнализацияһы эшләй башлай. 77 йәшлек хужабикә был ваҡытты йыуыныу бүлмәһендә була. Тауышты ишетеп, поъездға сығыуға күршеләре янғын һүндереү хеҙмәтенә шылтырата.
13 кеше, шул иҫәптән биш баланы эвокуациялайҙар. Ә күрше фатирҙа йәшәүсе әбей менән баланы "Тиҙ ярҙам" дауаханаға алып киткән. Әлеге мәлдә уларҙың хәле уртаса ҡәнәғәтләндерерлек, тип баһалана.