Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль , 18:45

Олатай юғалған!

РФ ЭЭМ Ауырғазы районы буйынса бүлеге 1942 йылғы Вилгелман Иҫәнғол улы Фәйзуллиндың ҡайҙалығын асыҡлай. Ул 2025 йылдың 2 декабрендә өйөнән билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән һәм әлегәсә табылмаған.

Олатай юғалған!Олатай юғалған!
Олатай юғалған!

Билдәләре: буйы 165 см, ябыҡ кәүҙәле, тештәре юҡ, ҡыҫҡа сал сәсле.

Ҡара төҫтәге ҡолаҡсын, хаки төҫөндәге бушлат, ҡуйы күк төҫтәге салбар, ҡара төҫтәге резина итек кейгән.

Әгәр ҙә һеҙ эҙләнеүсе кешенең ҡайҙа булыуы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт беләһегеҙ икән, зинһар, полицияға түбәндәге телефондар буйынса хәбәр итегеҙ:
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Ауырғазы районы буйынса идаралығы 8 (347) 452-24-83,
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны 8(347) 279-32-92,
БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часы 8(347) 279-39-02, 02, 102 (мобиль телефондан) йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас