+22 °С
Ямғыр


300 г тауыҡ итен тоҙло һыуҙа бешереп алырға. 2-әр картуф, кишер һәм йомортҡаны ла бешереп, таҙартырға. Уларҙы һәм 2 тоҙло ҡыярҙы шаҡмаҡлап турарға ла, самалап тоҙ, борос, майонез һалып бутарға. Салат һауытына өйөп һалғас, өҫтөн маринадланған опята бәшмәге һәм туралған йәшел тәмләткестәр менән биҙәргә.