Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраля , 17:50

Калуш кейгәс, алыҫҡа йыйынмаған булғандыр...

РФ ЭЭМ Ауырғазы районы буйынса бүлеге 1964 йылғы Фәнзил Рауил улы Хәсәновтың ҡайҙалығын асыҡлай. 2025 йылдың 27 июлендә өйөнән билдәһеҙ йүнәлештә сығып киткән һәм зым-зыя юҡ булған. 

Калуш кейгәс, алыҫҡа йыйынмаған булғандыр...Калуш кейгәс, алыҫҡа йыйынмаған булғандыр...
Калуш кейгәс, алыҫҡа йыйынмаған булғандыр...

Буйы яҡынса 165 сантиметр, тулы кәүҙәле. Һоро төҫтәге кепка, күк төҫтәге ветровка, трико, футболка кейгән булған, аяғында - ҡара төҫтәге калуштар.

Әгәр ҙә һеҙ эҙләнгән кешенең ҡайҙалығын беләһегеҙ икән, полицияға хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ: РФ ЭЭМ Ауырғазы районы буйынса телефоны: 8 (347) 452-24-83,
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны: 8(347) 279-32-92,
БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур часы: 8(347) 279-39-02, 02, 102 (мобиль телефондан) йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә.

Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас