Екатеринбургта йәшәүсе ир 15 йәшлек Башҡортостан уҡыусыһы телеграм-ботта танышҡандан һуң енәйәт эше фигуранты була. 31 ғинуарҙа бәлиғ булмаған үҫмер 28 йәшлек ир менән таныша. Ә ике көндән һуң, атаһы менән талашып, яңы танышы янына ҡасып сығып китә. 2 февралдә көнө ҡыҙ үҙенең ауылынан Өфөнөң Көньяҡ автовокзалына килә, унда Уны Константин ҡаршы ала. Екатеринбург егете Уралмаштағы фатирына барырға тәҡдим итә, һигеҙенсе класс уҡыусыһы быға ризалаша.
Тиҙҙән Викторияның пландан тыш каникулдары тураһында Уралдың баш ҡалаһында йәшәгән әсәһе белеп ҡала. Ул полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итә. Үҫмер менән енси яҡынлыҡ ҡылған ир, барыһы ла ике яҡтың да ризалығы буйынса булды, тип раҫлай. Әммә уны енәйәт эшенең «16 йәшкә тиклемге бала менән енси мөнәсәбәткә инеү һәм башҡа ғәмәлдәр ҡылыу» статьяһы буйынса тикшерәләр.