Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль , 23:40

Имен юлдар теләйбеҙ!

Башҡортостан Республикаһының автомобиль юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала. Водителдәргә тиҙлек режимын, дистанцияны, юл һәм һауа шарттарын иҫәпкә алырға, шулай уҡ руль артында иғтибарлы булырға кәрәк!

Имен юлдар теләйбеҙ!
Имен юлдар теләйбеҙ!

Бөгөн Туймазы районында, М-5 "Урал" автомобиль юлының 1338-се километрында, "Ниссан" һәм "Вольво" йөк автомобиле бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобилдең 43 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған, водитель ярҙам алғандан һуң өйөнә ҡайтҡан. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлай.

Өфө районында, Таптыков ауылы янында, ике еңел автомобиль - "Skoda Fabia" һәм "Geely Emgrand"  ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы була.
Бәрелеш һөҙөмтәһендә Skoda Fabia автомобиле водителе, 1991 йылғы ҡатын, машина салонында ҡыҫылып ҡала һәм үҙ аллы машинанан сыға алмай.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары "Skoda Fabia" автомобиленең аккумуляторын ысҡындыра, һуңынан гидравлик авария-ҡотҡарыу ҡоралын ҡулланып, зыян күреүсене алып сыға ла, уны ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә тапшыра. Ваҡиға шарттары асыҡлана.

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Имен юлдар теләйбеҙ!
Имен юлдар теләйбеҙ!
Имен юлдар теләйбеҙ!
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас