Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраль , 23:25

Хыялдар тормошҡа аша

Тик ысын күңелдән теләр кәрәк

Хыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша

Әбйәлил районының Рауил ауылынан Йәрмөхәмәтовтар ғаиләһендә яңы йыл мөғжизәләре дауам итә -13 йәшлек Гөлфинә Рус баҡыр компанияһының хәйриә фондынан һәм "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән шәп бүләк алды.
Ҡыҙ үҙенең хыялын "Теләктәр шыршыһы" акцияһында ҡатнашып, тормошҡа ашыра. Шунан нисек яңы йыл мөғжизәһенә ышанмайһың? Бына ул - күптән көтөлгән велосипедта елдерергә әҙер!

Гөлфина Йәрмөхәмәтова алтынсы класта белем ала. Ул бейергә ярата, ижади конкурстарҙа көсөн һынай. Гөлфинә район инвалидтар йәмғиәте концерттарында, төрлө фестивалдәрҙә даими ҡатнаша. Ул шулай уҡ бик матур һүрәт төшөрә. Ҡыҙ башҡа балалар кеүек велосипедта йөрөргә күптән хыяллана. Әммә һаулығы арҡаһында уға махсус өс тәгәрмәслеле кәрәк була.
«Теләктәр шыршыһы» акцияһы сиктәрендә РМК-ның хәйриә фонды «Салауат» компанияһы Гөлфинәгә тап ул хыялланған велосипедты бүләк итеүе ҡыҙҙың ғаиләһе өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.
"Беҙ был акцияла икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Былтыр гитара бүләк иттеләр, - тип һөйләй Гөлфинәнең әсәһе Айгөл Йәрмөхәмәтова. -Беҙгә тағы ла бүләк менән килеүҙәре тураһында хәбәр иткәс, шатлыҡтың сиге булманы! Гөлфинә хәҙер түҙемһеҙлек менән йәйҙе көтә, велосипедтан төшмәй. Ҡыҙыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашырған меценаттарға рәхмәтлебеҙ".

Йәрмөхәмәтовтар күп балалы ғаилә. Гөлфинәнең апайы Айгүзәл һәм һеңлеһе Нурзилә лә өс тәгәрмәсле дуҫ барлыҡҡа килеүенә бик шатлана. Өйҙә ысын мәғәнәһендә, велокүнекмәләр бара. Шаян ҡыҙҙар йәйҙе лә көтмәйенсә өй буйлап йөрөй. Ысын күңелдән әйтелгән теләктәр ҡабул була шул.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас