Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Февраля , 06:05

Алты "КамАЗ" ярҙам!

Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов райондаштарына ҙур, һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеүҙең тағы ла бер миҫалы өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерҙе.

Алты "КамАЗ" ярҙам!Алты "КамАЗ" ярҙам!
Алты "КамАЗ" ярҙам!

Декабрь айында уҡ беҙгә МХО зонаһындағы бурыстарҙы үтәгән хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙән ашығыс һорау килде, - тип яҙа Азат Хәкимов. - Егеттәргә пиломатериалдар талап ителде. Заявканы оператив рәүештә хәл итһәк тә, ҡайһы бер шарттар арҡаһында ярҙамды тейәп оҙатыу форсаты булманы.

Ғинуар аҙағында хәрбиҙәр районға килеп етә алды һәм беҙ бергәләп йөк ташыуҙы ойошторҙоҡ. Туҡан, Түбәнге Әүжән һәм Ломовка халҡына, шулай уҡ КФХ директоры Альберт Ринат улы Хәмиҙуллинға - айырым рәхмәт һүҙҙәре!

Һеҙҙең ярҙамсыллығығыҙ һәм оперативлығығыҙ арҡаһында беҙ хәрби "КамАЗ"дарҙың алтыһын да тыңҡыслап таҡта, брус һәм бүрәнә менән тултыра алдыҡ.

Яугирҙар ҡиммәтле йөк менән кире юлға сыҡты. Ихлас күңелдән уларға имен юл һәм тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйем.

Был ваҡиға беҙҙең районда оло йөрәкле кешеләр йәшәүен тағы бер раҫланы. Ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан, ситтә ҡалмаған һәр кемгә - сәждә һәм иң оло рәхмәт!

Фото: https://vk.ru/beloradm

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас