Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраля , 06:00

Ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан дарыуҙы эсергә яраймы?

Һәр ғаиләнең йортонда ниндәйҙер дарыуҙар тупланмаһы була. Кәрәк саҡта һатып алабыҙ ҙа,  күпмелер ҡулланғандан һуң, ҡалғаны ятып ҡала. Ята-ята ҡулланыу мөҙҙәте лә сығыуы ихтимал. Шундай һорау килеп тыуа: уларҙы эсергә яраймы, әллә ташларғамы? Ҡулланыу мөҙҙәте ваҡытынан алда сыҡмаһын өсөн  дарыуҙарҙы нисек дөрөҫ һаҡларға?

Ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан дарыуҙы эсергә яраймы?Ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан дарыуҙы эсергә яраймы?
Ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан дарыуҙы эсергә яраймы?

  Ҡулланыу ваҡыты үткән дарыуҙа ниндәй үҙгәрештәр күҙәтелә?

 Ваҡыт үтеү менән медицина препараттарында температура, дымлылыҡ, ҡояш нуры һәм башҡа факторҙар йоғонтоһонда физик, химик һәм биологик үҙәгрештәр була. Улар тарҡала, әсей, йомшара, төҫөн үҙгәртә һ.б.  Мөҙҙәте сыҡҡан дарыуҙарҙың үҙенсәлеге йә составы үҙгәрә һәм улар дауалау сифатын юғалта. Бындай препараттар кеше һаулығы өсөн хатта хәүефле булыуы ихтимал.  

Яраҡлылыҡ ваҡыты –  ул һаҡлау шарттарын үтәгәндә дарыуҙың һөҙөмтәлелеген гарантиялаған осор. Ошо ваҡыт үткәндән һуң ҡайһы бер препараттарҙы дөрөҫ һаҡлау ҡағиҙәләренә ярашлы ҡулланырға мөмкин, әммә ике айҙан да артыҡ түгел.  Был бөтә дарыуға ла ҡағылмай.

Мәҫәлән, күҙ дарыуҙарын ҡулланыу мөҙҙәте үтеү менән ташларға кәрәк. Сөнки дауалау йоғонтоһо бөтә һәм уларҙа бактериялар үрсей башлай.

Дарыу төймәләре менән флаконды асҡандан һуң бер йыл ғына һаҡларға һәм ҡулланырға ярай, юғиһә ашҡаҙан-эсәк  менән проблемалар килеп тыуыуы ихтимал. Бынан тыш, ҡайһы бер капсулаларҙың кибеүе йәки һауанан һыу парҙарын йотоу ихтималлығы бар. Был иһә уларҙың дауалау һөҙөмтәһенә йоғонто яһай. 

Уколдар өсөн иретмәләрҙе мөҙҙәте сыҡҡандан һуң ҡулланырға ярамай – унда ағыулы матдәләр барлыҡҡа килеүе мөмкин.
 Шулай уҡ бындай иретмәләрҙең төҫө үҙгәрһә йәки ниндәйҙер ҡуныҡ барлыҡҡа килһә, ҡулланыу мөҙҙәте сыҡмаһа ла уларҙы ҡулланырға ярамай – сәләмәтлек өсөн  үтә хәүефле.

Витаминдар тураһында айырым әйтеп үтергә кәрәк, түбән молекулалы органик берләшмәләр булараҡ, улар бик тиҙ тарҡала һәм ҡулланыу мөҙҙәте бөтөүгә әүҙем матдәләре бик аҙ ҡала. Тимәк, файҙаһы  ҡалмай тигән һүҙ.      

Шыйыҡ формалағы нитроглицерин, инсулин, антибиотик  кеүек препараттарҙы мөҙҙәте сыҡҡандан һуң ҡулланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла.   

Яраҡлылыҡ ваҡыты аҙағына яҡынлашыуға ҡайһы бер дарыуҙарҙың һөҙөмтәлелеге ҡырҡа кәмей. Шулай уҡ шыйыҡ формалағы препараттар ҡаты формалағы дарыуҙарға ҡарағанда әҙерәк һаҡлана.

Иҫкергән дарыуҙы эсеп ағыуланырға мөмкинме?

Иң яҡшыһы – мөҙҙәте сыҡҡан препаратты  ҡулланмау. Айырыуса   был көҙән йыйырыуға ҡаршы,  йөрәк өйәнәген туҡтатыусы дарыуҙарға, антикоагулянттарға, бронхолитиктарға, спазмолитиктарға, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген көйләүсе препараттарға, тынысландырыусы һәм йоҡо дарыуҙарына, адреналинға, инсулинға, антибиотиктарға  ҡағыла.

Ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан дарыуҙар тейешле дауалау һөҙөмтәһе бирмәүе йәиһә  химик составы үҙгәреү сәбәпле, һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе ихтимал. Бындай медицина препараттарын ҡулланыуҙан аллергия, ағыуланыу, инфекцияның көсәйеүе, йөрәк эшмәкәрлегенең боҙолоуы, күҙгә насар йоғонто яһауы һәм башҡа кире эҙемтәләр булыуы ихтимал.

 Шуны аңларға кәрәк: мөҙҙәте сыҡҡан дарыуҙы ҡулланған осраҡта  организмға кире йоғонтоһо өсөн бөтә яуаплылыҡты һеҙ үҙ өҫтөгөҙгә алаһығыҙ. Ундай дарыуҙың файҙаһынан зыяны күберәк. Шулай уҡ төҫө, еҫе,  формаһы үҙгәргән дарыуҙарҙы ҡулланыуҙан да тыйылығыҙ.

 Яраҡлылыҡ ваҡытынан һәм һаҡлау шарттарынан тыш, бөтә медикаменттың да  төҫөнә, ҡатылығына, формаһына, ҡуйылығына һәм башҡа сифатына ҡарап, дарыуҙың иҫкергәнме, иҫкермәгәнме икәнен билдәләргә була. Был осраҡта дарыуҙың ыуалып, онталып, ярылып тороуына иғтибар итергә кәрәк. Шулай уҡ күрһәтмәһендә әйтелгән төҫө үҙгәрмәгәнме – был да мөһим. Әгәр ҙә  перпараттың төҫө йәки текстураһы үҙгәргән икән, ул һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Тимәк, бындай дарыуҙы эсеүҙән тыйылыу зарур.

Дөрөҫ һаҡланмаған дарыу  – сәләмәтлек өсөн хәүефле

Медицина  препараттарын һаҡлау ҡағиҙәләрен тотоу тейешле сифатлы һәм организмға юғары дауалау һөҙөмтәһе биргән дарыуҙарҙы ҡулланыу гарантияһын бирә. Шуның өсөн дә дарыуҙарҙы дөрөҫ температурала  һаҡлау мөһим. Ул, ғәҙәттә, дарыуҙың ҡабында күрһәтелә. Әлбиттә, саҡ ҡына ситкә тайпылыуҙар булыуы ихтимал. Күп кенә препарат бүлмә температураһы шарттарында (+15, +20 градуста) һаҡлауға иҫәпләнгән. Әммә ҡайһы берәүҙәрен мотлаҡ һыуытҡыста ғына һаҡларға кәрәк.

Әгәр ҙә дарыуҙың тышҡы ҡабында “ҡояш нурҙарынан алыҫыраҡ һаҡларға” тиелһә, был осраҡта уның картон ҡабы ғына ҡояш нурынан һаҡлай алмай. Ҡояш нурҙары – ул яҡты ут ҡына түгел, ә ҡап менән флаконды йылытыусы ультрафиолет та. Бындай дауалау сараһын ябыҡ шкафта һаҡлау яҡшыраҡ.

Дарыуҙарҙы йыуыныу бүлмәһендә һаҡлау ҙа дөрөҫ түгел.  Ҡабында һәм инструкцияһында күрһәтелгән тәҡдимдәргә ярашлы һаҡлау мөһим.  Мәҫәлән,  һалҡын һәм ҡоро урын тиелгән икән, тимәк, ул ванна бүлмәһендәге шкаф түгел. Ул өйҙө йылытыусы батареяларҙан һәм ҡояш нурҙарынан алыҫтараҡ урынлашҡан шкаф йәки тумба булырға тейеш.

Шулай уҡ дарыуҙарҙы балалар һәм  йорт хайуандары теймәҫлек урында һаҡларға кәрәк.

Һаҡлау ҡағиҙәләрен тотмағанда, дауалау сараһы мөҙҙәте сыҡмаҫ борон уҡ, ҡулланыуға яраҡһыҙ хәлгә килеүе мөмкин.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас