-3 °С
Болотло
14 февраль көнө ул үҙенең "Яратығыҙ" тип аталған концертын үткәрә. Программала мөхәббәт хистәренә тулы халыҡ, ретро һәм эстрада йырҙары яңғыраясаҡ. Шулай уҡ тамашала йырсының ҡустыһы Алмас Сирусин, йырсылар Наҙгөл Ғайсина, Гөлшат Ғирфанова һәм филармония артистары ҡатнашасаҡ.
Концерт режиссеры - Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Сулпан Асҡарова.