+1 °С
Болотло
Сәй пакеттарын ҡулланғанда уларҙағы файҙалы матдәләр һәм кофеин беренсе тапҡыр ҡайнатылғанда ғына сыға. Яңынан ҡайнатылғанда, хуш еҫле йәки тәмләткес матдәләр генә бүленеп сыға. Иң яҡшыһы – ҡайнатылғандан һуң шунда уҡ ҡапты сынаяҡтан сығарыу. Әгәр ҙә уны яңынан ҡайнатырға уйлаһағыҙ, был эште 30-40 минут эсендә башҡарырға кәңәш ителә.