Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль , 11:30

Милли йәштәр театры - "Ҙур гастролдәр" программаһында

Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планы федераль программаға ғаризалар ҡабул итеүҙең һөҙөмтәләрен иғлан итте. 238 еңеүсе театр араһында Башҡортостан театрҙары ла бар.  

Милли йәштәр театры - "Ҙур гастролдәр" программаһында
Милли йәштәр театры - "Ҙур гастролдәр" программаһында

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры быға тиклем дә "Ҙур гастролдәр" программаһы буйынса Брянск ҡалаһында сығыш яһағайны. Быйыл улар 8 октябрҙән 11-енә тиклем Төмән ҡалаһының В.С. Загоруйко исемендәге "Ангажемент" йәштәр театры сәхнәһендә уйнаясаҡ. Тамашасыларға рус труппаһы репертуарынан биш спектакль тәҡдим ителә: кескәйҙәргә "Играем Пушкина: Царевна-Лебедь" (Александра Пушкин, режиссеры – Ольга Мусина), "Холодное сердце" (Вильгельм Гауф, режиссеры - Мөсәлим Күлбаев), "Пеппи Длинныйчулок" (Астрид Линдгрен, режиссеры - Олег Пронин) әкиәттәре һәм олораҡ тамашасылар өсөн "Капитанская дочка" (Александр Пушкин, режиссеры – Искәндәр Сакаев) спектакле, "Седина в бороду, или Невеста из Имеретии…" (Борис Рацер һәм Владимир Константинов әҫәре буйынса М. Күлбаев сәхнәләштергән) музыкаль комедияһы.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас