

- Балалар нәфис хайуандарҙы ҡыуанып ҡараны, улар тормошо тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тыңланы. Аттарҙы нисек аҫырауҙары тураһында ла белештеләр һәм һыйлап та алдылар. Сәйәхәттең иң ҡыҙыҡлы мәле һыбай йөрөү булғандар. Хатта ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалырға теләмәне. Шулай уҡ, бергәләп ҡышҡы тәбиғәттең бөтә матурлығын күҙәтә-күҙәтә, саналарҙа йөрөп рәхәтләнделәр. Бер аҙ һыуыҡты ҡыуып, тәмлекәстәр менән хуш еҫле сәй эсеп кинәнгәс, һәр ҡунаҡҡа яратҡан парк исеменән иҫтәлеккә бүләк тапшырҙылар. Балаларыбыҙҙың шат йылмайыуын күреп, ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Бындай сәйәхәттәр матур тәьҫораттар биреп кенә ҡалмай, балаларға ҡыйыуыраҡ, ышаныслыраҡ, хәстәрлеклерәк булырға ярҙам итә, - тип хәбәр итә 263-сө мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының "Бал ҡорто" өлкән төркөмө тәрбиәселәре Руфина Самат ҡыҙы Ғәлиева менән Ғәлиә Ғәлей ҡыҙы Ғәлиуллина.