Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль , 10:00

Химиотерапиянан да һөҙөмтәлерәк

Бәпембә сәйе яман шеш күҙәнәктәрен үлтерергә һәм сәләмәт күҙәнәктәрҙе яман шештән һаҡларға һәләтле.

Химиотерапиянан да һөҙөмтәлерәкХимиотерапиянан да һөҙөмтәлерәк
Химиотерапиянан да һөҙөмтәлерәк

 Был үлән бик күп дауалау үҙенсәлегенә эйә һәм көслө дауа ла.

Өҫтәүенә, сәй бик еңел әҙерләнә. Уны әҙерләү өсөн ике ҡалаҡ ваҡланған үләнгә ярты литр һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға һәм 20 минут төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда яртышар стакан эсергә. 

Бәпембәне ата-бабаларыбыҙ күп ауырыуҙы дауалау өсөн файҙаланған, әммә иң мөһиме – бөгөн ул яман шешкә ҡаршы ҡулланыла. Ғалимдар асыҡлауынса, бәпембә тамыры менән дауалауҙың һөҙөмтәһе химиотерапиянан да яҡшыраҡ.

Ғилми тикшеренеү күрһәтеүенсә, бәпембә тамыры яман шеш күҙәнәктәрен үлтереп, организмдың сәләмәт күҙәнәктәрен зарарланыуҙан һаҡлай.  

Был дарыу үләне менән иң ябай дауаланыу ысулы шулай: киптерелгән һәм ваҡланған бер ҡалаҡ тамырға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер-ике минут талғын утта  ҡайнатырға һәм бер сәғәт  төнәтергә. Әҙер төнәтмәне һөҙөп алғандан һуң көнөнә өс тапҡыр ашарҙан  алда яртышар стакан эсергә. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас