Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Февраль , 12:14

Баҡсасылар, хәлдәрегеҙ нисек?

Оҙаҡламай селлә тамамлана, тимәк, тәҙрә төптәренән үҫентеләр урын аласаҡ. Тик сәсер алдынан орлоҡтарҙы барларға кәрәклеген онотмағыҙ!  

Баҡсасылар, хәлдәрегеҙ нисек?
Баҡсасылар, хәлдәрегеҙ нисек?

Февраль - баҡсасылар өсөн иң яуаплы осорҙарҙың береҙе. Был айҙа вегетация осоро күберәк (120-150 көн) булған йәшелсәләргә иғтибар итергә кәрәк: баклажан һәм һуң өлгөрә торған борос менән помидор. Провославие динендәге баҡсасылар орлоҡто ергә селлә һыуыҡтары тамамланғас ҡына төшөрөргә кәңәш итә.

Орлоҡто сәсер алдынан 10-15 минут тирәһе марганцовкалы йәки водород перекисе менән буталған һыуҙа тотоп алырға кәрәк. Махсус магазиндан алған тупраҡҡа сәсһәң үҫенте тиҙерәк шытыр, сөнки ул кәрәкле ашламалар һәм минералдәр менән туҡландырылған. Тик "Живая земля" тупрағын торф йәки баҡса тупрағы менән бутағыҙ - үҙе генә булһа, тиҙ кибеүсән була.

Үҫентеләр буйға һуҙылмаһын өсөн фитолампалар ҡулланыу мөһим - көнөнә 12-14 сәғәт яҡтылыҡ булырға тейеш. Температура режимына килгәндә, орлоҡтар шытып сыҡҡансы 23-25 градус йылылыҡ кәрәк. Ә аҙаҡ тамырҙары нығынһын өсөн 18-21 градус та етер.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас