

Рак бер генә генә күҙәнәктән үҫә башлай. Нормаль күҙәнәктең яман шеш күҙәнәгенә әүерелеүе – күп этаплы процесс. Был үҙгәрештәр кешенең генетик факторы менән өс типтағы тышҡы факторҙың үҙ-ара мөнәсәбәткә инеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Тышҡы факторҙарға физик канцерогендар (ультрафиолет һәм ионлы нурланыу), химик канцерогендар (асбест, тәмәке төтөнө компоненттары, аҙыҡты бысратыусы матдәләр, мышьяк) биологик канцерогендар (вирустар, паразиттар һәм бактериялар тыуҙыра).
Онкологтар мәғлүмәттәре буйынса, ир-егеттәр араһында иң йыш осраған рак ауырыуҙарына – простата биҙе, үпкә, бронхтар һәм трахея сирҙәре, ә ҡатын- ҡыҙҙар араһында күкрәк биҙе һәм аналыҡ яман шеше инә. Ике енес вәкилдәрендә лә тире яман шеше берҙәй киң таралған. Балаларҙа иһә яман сир күберәк ҡан һәм лимфалар системаһын зарарлай, шулай уҡ саркома кеүек ауыр төрө лә йыш осрай.
Статистика күрһәтеүенсә, ауырыуға килтереүсе төп сәбәптәр араһында иң беренсе урынды дөрөҫ туҡланмау биләй. Икенсе урында – тәмәке тартыу. Шулай уҡ ҡояшта ҡыҙыныу һәм төрлө тәмләткес һәм төҫ биреүсе мәтдә ҡушылған ашамлыҡ менән дә артыҡ мауығырға ярамай. Даими рәүештә табипҡа күренеп торорға онотмағыҙ.
Сирҙең башланғыс стадияһында тулыһынса тиерлек дауалап, һауығып була, ти табиптар. Айырыуса күкрәк, аналыҡ биҙе, ир-егеттәрҙен енси ағзаларындағы, баш һәм муйын, лимфома шештәрен дауалау мөмкин. Әйткәндәй, рак ауырыуҙарының 99 проценты хирургик ысул менән дауалана.
50 йәштән алып һәр кеше йылына бер тапҡыр мотлаҡ онкологҡа күренергә тейеш. Ҡатын-ҡыҙҙарға гинекологҡа, проктологҡа һәм маммологҡа күренергә кәңәш ителә, ә ир-егеттәр йыл һайын үпкәһенә рентгент тикшереүе үтеп, ашҡаҙанын, йыуан эсәген һәм простата биҙен тикшертеп торорға бурыслы. Медицина тикшереүе онкология ауырыуҙарын иртәрәк асыҡларға ярҙам итә. Әйткәндәй, был ҡурҡыныс сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм иртәрәк дауалау курсын башлауға йүнәлтелгән саралар йылдан-йыл әүҙемләшә. Элегерәк ауырыу осраҡтарының 16 процентында ғына ул башланғыс стадияһында асыҡланһа, хәҙер был күрһәткес күпкә юғары. Һәр кем ике йылға бер тапҡыр онкологияның иң таралған төрҙәренә скрининг тикшереүе үтә ала. Диспансерлаштырыу, республикабыҙҙа йыл һайын ойошторолған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы һәм башҡа саралар был ауырыуҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.
Шулай ҙа, һәр сир кеүек үк, яман шештән һаҡланыу сараһы ла үҙебеҙҙән тора. Бының өсөн иң мөһиме – өс ҡағиҙәне иҫтән сығарырға ярамай: ваҡытында табиптарға күренеп, һаулығыңды ҡайғыртыу, дөрөҫ туҡланыу, сәләмәт тормош алып барыу.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.