Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраля , 15:30

Яңы Мишәр артистары сәхнә биҙәге буласаҡ!

Рәсәй Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамы проектының ғәмәли өлөшө старт алды. Урындағы оҫталар ижади коллективтарҙа ҡатнашҡан ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән ун башҡорт халыҡ костюмы комплектын тегә башланы.  

Яңы Мишәр артистары сәхнә биҙәге буласаҡ!Яңы Мишәр артистары сәхнә биҙәге буласаҡ!
Яңы Мишәр артистары сәхнә биҙәге буласаҡ!

Милли кейем тегеү - тарихты һәм этнографияны яҡшы белеүҙе талап иткән, күп көс һалынған эш. Был проектты тормошҡа ашырыу Мәҙәниәт йортоноң сәхнә костбмдарын яңыртырға мөмкинлек биреүҙән тыш, йәштәр араһында башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлауға ла ҙур өлөш индерәсәк. Костюм тегеүҙе тамамлау ағымдағы йылдың март аҙағына планлаштырылған.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас