Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраля , 13:30

Йәнде дауалар йыр-моң

Башҡорт дәүләт академия драма театры оркестры Өфө хосписында сығыш яһаны.  

Йәнде дауалар йыр-моңЙәнде дауалар йыр-моң
Йәнде дауалар йыр-моң

Ауырыған саҡта дарыуҙар ғына түгел, йылы һүҙ ҙә, йыр-моңдар ҙа организмға ыңғай тәьҫир итә. Шуны иҫәптә тотоп, Башҡорт дәүләт академия драма театры оркестры Өфө хосписында дауаланыусыларға хәйриә концерты ойошторҙо. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Урал Иҙелбаев етәкселегендәге ижади төркөм хосписта спектаклдәрҙән көй-моңдар, классик әҫәрҙәр уйнап ишеттерҙе. Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Байегет башҡарыуында йырҙар ярҙамға, иғтибарға мохтаждарға бер мәлгә ауыр уйҙарҙан арынырға ярҙам итте, яңы көнгә ышаныс бирҙе.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас