Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль , 11:30

Тыуған көнөң менән, ҡурсаҡ театры!

Кескәй тамашасыларҙы сәнғәткә әйҙәүсе Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры эш башлауға 94 йыл булды. Ә ул үҙенең тыуған көнөн үҙенсәлекле итеп, кескәйҙәр өсөн түгел, ә оло тамашасыларға тәғәйенләнгән "Мең дә бер кисә" әкиәте менән билдәләп үтте.  

Тыуған көнөң менән, ҡурсаҡ театры!
Тыуған көнөң менән, ҡурсаҡ театры!

Байрам шаршау асылғанға тиклем үк башланды. Фойела ҡунаҡтар алдында көнсығыш әкиәттәре геройҙары ҡатнашлығында ҙур булмаған тамаша ойошторолдо. Театр тарихына арналған һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

- Беҙҙең театр репертуары балалар өсөн генә түгел, өлкәндәргә лә иҫәпләнгән.  Быйыл тамашасыларыбыҙҙы тағы ла байтаҡ яңылыҡтар көтә, беҙгә килеү байрамға тиң булыр тип ышанабыҙ!-  – тине театр директоры Альберт Имаметдинов сәләмләү сығышында һәм быйылғы ижад миҙгелендә буласаҡ премьералар тураһында һөйләп үтте.

Артабан тамашасылар үҙенсәлекле әкиәт ҡарап кинәнде.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас