Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль , 19:30

"Майсара мутлыҡтары" шәп булмаҡсы

Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина үҙенең алтын юбилейы уңайынан бенефис спектакленә саҡыра.  

"Майсара мутлыҡтары" шәп булмаҡсы
"Майсара мутлыҡтары" шәп булмаҡсы

27-28 февралдә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә үзбәк драматургы Хәмзә Ниязи әҫәре буйынса ҡуйылған "Майсара мутлыҡтары" комедияһының премьераһы буласаҡ. Тәүге көн алтын юбилейын билдәләүсе Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Гөлшат Ғайсина ҡотлауҙар ҡабул итәсәк.

Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов. Театрға рәхим итегеҙ!

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас