Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль , 14:30

Кесе тәрбиәсене балаға һуғыуҙа ғәйепләйҙәр

Күмертау ҡалаһының "Ал сәскә" балалар баҡсаһында ғәҙәттән тыш хәл: өс йәшлек малайҙың әсәһе ғәҙеллек эҙләй.  

Кесе тәрбиәсене балаға һуғыуҙа ғәйепләйҙәр
Кесе тәрбиәсене балаға һуғыуҙа ғәйепләйҙәр

Ул тәҙрәнән кесе тәрбиәсенең балаһына бер нисә тапҡыр һуғыуын күреп ҡалған. Һөҙөмтәлә малайҙың танауынан ҡан аға башлай. Әсә кеше шунда уҡ балалар баҡсаһына инә, улын янына алып килергә ҡуша. "Ул үкһеп илай, кейеме һыуланған, битендә ҡан таптары бар ине," - тип яҙа ҡатын.

Аҙаҡ кесе хеҙмәткәр аңлатма яҙа. Тик әсәй кеше быға ғына риза булмайынса Бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлеккә мөрәжәғәт итә. Баланы табип ҡараған һәм материалдар суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән. 

Зыян күргән баланың әсәһе балалар баҡсаһындағы барлыҡ төркөмдәргә видиокамералар ҡуйыуҙы ла талап итә.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас