Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраля , 13:00

Ферритинды тикшереү кәрәкме?

Уның нормаһы йәшкә һәм енескә бәйле. Ит-аттарҙа - миллилитрға яҡынса 20-250, ҡатын-ҡыҙҙарҙа - 10-120 нанограмм булырға тейеш. Репродуктив йәштәге гүзәл зат өсөн, ауырға ҡалыр, үҙеңде яҡшы хис итеү өсөн ферритин 60-тан да кәм булмаҫҡа тейеш, ти табиптар.  

Ферритинды тикшереү кәрәкме?Ферритинды тикшереү кәрәкме?
Ферритинды тикшереү кәрәкме?

Ферритин тип күҙәнәктәр эсендә тимер туплауҙа ҡатнашҡан аҡһымды атайҙар. Организмда был элементтың нормаһы 3-4 грамм, ә плазмала уның бары тип 35 миллиграмы ғына тупланған икән. Ҡалған тимер күҙәнәк эсендәге запастарҙа һаҡлана. 27 проценты - ферритинға тура килә, ә күпселек өлөшө бауырҙа, талаҡта һәм һөйәк мейелә тупланған була. Ул - организмдаға тимер запастарының төп индикаторы. Тимер- гемоглобиндың төп компоненты һәм организм өсөн кәрәкле элемент. Тимәк, ферритинды нормала тотоу өсөн тикшереп тороу кәрәк.

Күрһәткес түбән булғанда прерараттар менән, табип күҙәтеүе аҫтында тулыландырырға кәрәк. Тимер күләме артып китмәһен өсөн даими анализ тапшырыла.

Туҡланыуға ҙур иғтибар бүлер кәрәк: рационда мотлаҡ ҡыҙыл ит, бауыр, балыҡ һәм ярмалар (ҡарабойҙай, көнбағыш, арпа, кунжут) булырға тейеш. Шулай уҡ цитруслылар һәм кипкән емештәр ашарға тәҡдим ителә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас