Башҡорт дәүләт медицина университетының сит ил студенттары йәшәгән дөйөм ятаҡҡа 15 йәшлек үҫмер һөжүм иткән. Ҡулға алған саҡта үҙе лә яраланған. Зыян күреүсе баланы - 17-се, ололарҙы 10-сы һәм 18-се дауаханаларға оҙатҡандар. Икәүһе - ауыр хәлдә.
Орджоникидзе районының прокурор урынбаҫары Артур Тимерханов полиция эшмәкәрлеген координациялай. Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара.