Алматы ҡалаһында яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса төшөрөлгән "Таштамасы, ана" фильмының исем туйы үтте һәм прокатҡа сыҡты. Башта ул тик Ҡаҙағстан кинотеатрҙарында ғына күрһәтеләсәк. Артабан Урта Азия илдәре телдәренә дубляжлап прокатҡа сығарыу күҙаллана.
Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы Ҡаҙағстанда 10 тапҡыр нәшер ителә. Уның китаптарының дөйөм тиражы 100 000 дананан ашып китә. Авторҙың әҫәре мотивтары буйынса Ҡаҙағстан театрҙарында спектаклдәр ҡуйыла килә. 2024 йылда Айгиз Баймөхәмәтов «Ҡаҙағстандың Почетлы яҙыусыһы» исемен дә алды. Фильм Башҡортостанда ла күрһәтеләсәк, тип белдерҙе китап авторы.
Шулай уҡ Башҡортостан киностудияһы төшөргән «Не оставляйте нас» фильмы прокатҡа әҙерләнә. Премьера быйыл йәйгә тиклем булыр, тип көтөлә.