

Шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Йәш яҙыусылар советы етәксеһе Айгөл Йәмилева (Манапова) "Ай тулғанда" тип аталған ижад кисәһенә саҡыра!
- 9 февраль миңә 17, ой, 32 йәш тула, ошо уңайҙан әҙәби-музыкаль кисәлә һеҙҙең менән күңел йылымды бүлешкем килә! - ти ул.
Ижади перформанс 9 февраль 18:30 сәғәттә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» дәүләт нәшриәте магазинында үтә. Ошонда уҡ Айгөл Йәмилеваның үткән йылда сыҡҡан өсөнсө китабын — «Сынаяҡтағы донъя» исемле сәсмә әҫәрен һатып алырға мөмкин. Әҙәби-музыкаль кисәлә Айгөлдөң ижади дуҫтары, «ҠошЮлы» башҡорт бард хәрәкәте аша күптәргә таныш, сағыу башҡарыусылар сығыш яһаясаҡ.
Инеү ирекле. Рәхим итегеҙ!