Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Февраль , 17:00

"Ашҡаҙар" тыуған көнөн билдәләне

Кисә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала матур сара - "Ашҡаҙар" радиоһына арналған сара үтте.  

"Ашҡаҙар" тыуған көнөн билдәләне
"Ашҡаҙар" тыуған көнөн билдәләне

Башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен, мәҙәниәтте, телде һәм әҙәбиәтте, театр асыштарын, тарих һәм фольклорҙы һаҡлау һәм тыңлаусыға еткереүҙе үҙ маҡсаты тип билдәләгән радио 2010 йылдың 7 февралендә тәүге тапҡыр эфирға сыға. Быйыл ул үҙенең 16 йәшен билдәләне.

Ошо уңайҙан ойошторолған сарала радио хеҙмәткәрҙәре, йырсылар, яҙыусылар һәм билдәле шәхестәр ҡатнашты.

Моңло радионы Өфөлә 66.68 МГц йышлығында, ә интернет киңлектәрендә онлайн режимда тыңлай алаһығыҙ.

 

 

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас