Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль , 05:20

Йүкә урмандарын һаҡлау өсөн...

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы Өфөлә үткән Умартасылар форумындағы килешеүгә ярашлы, йүкә урмандарын һаҡлау буйынса эште ғәмәлгә ашыра.

Йүкә урмандарын һаҡлау өсөн...Йүкә урмандарын һаҡлау өсөн...
Йүкә урмандарын һаҡлау өсөн...
Эш «Экологик именлек» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» йүнәлеше буйынса алып барыла.
Ошо көндәрҙә министр урынбаҫары Альберт Закиров Нуриман, Иглин райондарында бал алыу базаһын һаҡлауға йүнәлтелгән мәсьәләләрҙе тикшереү темаһына кәңәшмә үткәргән. Барыһы ла ҡортсоларҙың теләк-тәҡдимен иҫәпкә алып эшләнә - башлыса йүкә урмандарын һаҡлау өсөн унда ағасты ҡырҡыу контролләнә, пасекалар ултырған биләмәләр урмансылыҡтың картографияһында билдәләнә. Бының өсөн, әлбиттә, умарталар ултырған майҙанды ла аныҡлап билдәләргә һәм тейешле ергә мәғлүмәт бирергә кәрәк.
 
Фото: Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан, Контента | Инфоповод.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас