Музей 1965 йылда тыуған яҡты өйрәнеү буйынса мәктәп мөйөшө булараҡ ҡына барлыҡҡа килә. 1985 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли музейының филиалы итеп үҙгәртелә. 1991 йылда иһә архитектор Александр Клемент проекты буйынса музейҙың айырым бинаһы төҙөлә. 2020 йылда көслө дауыл ҡыйығына зыян килтергәндән һуң, төбәк етәксеһе музейҙы комплекслы яңыртыу тураһында күрһәтмә бирә. 2025 йылдың апрелендә капиталь төҙөкләндереү эштәре башлана. Был эштәр тамамланғас, музей яңыртылған экспозиция ла аласаҡ.
Республика етәксеһе музей биләмәһен һәм бинаның эсен ҡарап сыҡты.
— Әле эске биҙәү эштәре башланды. Алдағы йылда эргә-тирәһен төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ, барыһы ла матур булырға тейеш, – тине ул. – Экспозиция концепцияһын да раҫланыҡ, беҙ уны яңыртабыҙ һәм йөкмәткеһен киңәйтәбеҙ. Ул лайыҡлы, заманса музей булырға тейеш.