Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраля , 17:30

Салауат районында бассейнлы спорт комплексы төҙөлә

Салауат районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө менән танышты.

Салауат районында бассейнлы спорт комплексы төҙөләСалауат районында бассейнлы спорт комплексы төҙөлә
Салауат районында бассейнлы спорт комплексы төҙөлә

 Спорт комплексы  республика адреслы инвестиция программаһына ярашылы Малояҙ ауылында төҙөлә. Уны төҙөүгә 615,2 млн һум аҡса бүленгән.

Салауат районы башлығы Марс Кашапов әйтеүенсә,  бинаның дөйөм майҙаны 4,1 кв.  метр тәшкил итә. Уның эсендә  спорт залы, бассейн, көрәш залы, кейенеп-сисенеү урыны, административ бүлмәләр була.

Радий Фәрит улы,  спорт комплексында иң беренсе сиратта балалар шөғөлләнергә тейеш, тип билдәләне. Ул шулай уҡ янында стадион төҙөләсәген әйтте.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас