Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль , 23:15

Өсөнсө үлем был трассала

Йыл башынан алып өсөнсө кешенең ғүмере өҙөлгән юл Учалыға яҡын ерҙә. 

Өсөнсө үлем был трассала
Өсөнсө үлем был трассала

Бөгөн иртән Белорет-Учалы-Мейәс автомобиль юлының 95-се километрында "Тойота" һәм "Датсун Ондо" бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Тойота" водителе, 33 йәшлек ҡатын, көслө бәрелештән урында уҡ йән бирә.

Ғинуар башында, бөгөнгө фажиғә урынынан ни бары 15 километр алыҫлыҡта, "ВАЗ-21053" һәм "Киа" бәрелешкәйне. Был аварияның ҡорбаны - "ВАЗ"дың 66 йәшлек водителе.

14 ғинуарҙа, ошо уҡ юлда, "КИА Соренто" ыңғай барған "Хово" йөк машинаһына бәрелеп, еңел автомобилдең водителе ашығыс ярҙам килгәнгә тиклем үлемесле яраларҙан вафат булған.

Фото: БР ДАИ.

 

Өсөнсө үлем был трассала
Өсөнсө үлем был трассала
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас