Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль , 13:00

Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү

Был ҡурҡыныс сиргә юлыҡмаҫ өсөн ҡайһы бер наса ғәҙәттәрҙән дә арынырға кәрәк. 

Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеүОнкология ауырыуҙарын иҫкәртеү
Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү

 

    1.Үҙеңде ғәйепле тойоу, тәкәбберлек, күрә алмаусанлыҡ, үс алырға теләү кеүек кире хис-тойғоларҙан арынығыҙ. Улар ысын мәғәнәһендә һеҙҙе эстән «ашай».

  1. Туҡланыу. Дөрөҫ туҡланмау ғәҙәтен үҙгәртергә тырышығыҙ. Яман шеш күҙәнәктәрен туҡландырыусы аҙыҡтарҙы әҙерәк ашарға кәрәк. Ҡаптағы һуттарҙы, газлы эсемлектәрҙе эсмәгеҙ, ә күберәк ябай һыу эсегеҙ.
  2. Бактерия, бәшмәк, паразиттарға ҡаршы мөмкин тиклем күберәк профилактика үткәрегеҙ.
  3. Туғандарығыҙ араһында яман шеш менән ауырыусылар булһа, сирҙе иҫкәртеү маҡсатында күберәк антиоксиданттар (цинк, селен, А һәм Е витаминдары) ҡулланығыҙ.
  4. Үҙегеҙҙе йәрәхәтләнеүҙән, имгәнеүҙән һаҡлағыҙ.
  5. Күберәк йәйәү йөрөргә тырышығыҙ, лифт ҡулланмағыҙ, йәйгеһен тәбиғи урындарҙа һыу инегеҙ. Көнөнә кәмендә бер сәғәт физик күнекмә эшләгеҙ.
  6. Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр, наркотик ҡулланыу кеүек алама ғәҙәттәрҙән арынығыҙ.
  7. Кеҫә телефоны, монитор, телевизорҙарҙың электромагнит нурҙарынан һаҡланығыҙ. Йәйгеһен үҙегеҙҙе ҡояштан һаҡлағыҙ. Солярийҙарға йөрөмәгеҙ.
  8. Организмығыҙҙы даими рәүештә таҙартып тороғоҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр – бер көн, өс айға бер тапҡыр өс көн ашҡаҙанығыҙға ял биреп алығыҙ.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас