Сараны асып, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев теманың милләттең киләсәге өсөн әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Үҙенең инеш һүҙендә ул балаларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау дәүләт сәйәсәтенең төп бурысы ғына түгел, ә дәүләттең конституцион бурысы ла, тип билдәләне.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.
Төп доклад менән парламенттың Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров сығыш яһаны. Ул балаларҙың хәүефһеҙлеге өлкәһендәге хоҡуҡи көйләүҙең торошона һәм проблемаларына комплекслы анализ яһаны, аныҡ закондар сығарыу башланғыстарын билдәләне.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙенең сығышында балаларҙың ҡараусыһыҙ ҡалыуын һәм хоҡуҡ боҙоуҙарын иҫкәртеүҙә Балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның роленә иғтибар йүнәлтте.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары күргән саралар тураһында Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары Айҙар Зөбәйеров, шулай уҡ Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина, Мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева докладтар менән сығыш яһаны.
Парламент тыңлауҙарының йомғаҡтары буйынса дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына йүнәлтеү өсөн тәҡдимдәр ҡабул ителәсәк. Документ үҙ эсенә бер нисә закон сығарыу башланғысын аласаҡ.
Сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайты, gsrb.ru
Фото: Парламент тыңлауҙары үтте
Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ!