Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Февраль , 23:17

Башҡортостанда үҙенсәлекле глэмплинг төҙөлә

2026 йылда Салауат районында глэмпинг-парк асыу планлаштырыла.

Башҡортостанда үҙенсәлекле глэмплинг төҙөлә
Башҡортостанда үҙенсәлекле глэмплинг төҙөлә

    Башҡортостан Башлығы Салауат районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров “Иркен тын” глэмпинг-паркында төҙөлөш майҙанында булды.   Төбәк етәксеһе яңы труист объектын булдырыу буйынса инвестпроектын тормошҡа ашырыу менән танышты.   Был проектты тормошҡа ашырыуға әле 292 млн һум аҡса йүнәлтелгән. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәренә тоташтырырға әҙерлән. Әйткәндәй, ул илебеҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн төҙөлгән тәүге ошондай объект.

 — Салауат районы, иң беренсе сиратта үҙенсәлекле тәбиғәте, матур урындары менән айырылып тора. Туристар ағымы ла йылдан-йыл арта. Шуның өсөн дә беҙҙең бурыс – ял өсөн бында инфраструктураны үҫтереү, – тине Радий Фәрит улы. – Комплексты быйыл файҙаланырға тапшырырға планлаштырабыҙ.

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас