Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраля , 12:10

Шок! Ҡатын-ҡыҙ ҡолағында ғәжәп нәмә табылған!

Ул ҡолаҡҡа нисек барып эләгеүен табиптар күҙ алдына ла килтерә алмай, әммә пациентҡа тиҙ ярҙам талап ителгән.

Шок! Ҡатын-ҡыҙ ҡолағында ғәжәп нәмә табылған!Шок! Ҡатын-ҡыҙ ҡолағында ғәжәп нәмә табылған!
Шок! Ҡатын-ҡыҙ ҡолағында ғәжәп нәмә табылған!

45 йәшлек ҡатын, 21-се ҡала дауаханаһына ҡолағы ауыртыуына зарланып, мөрәжәғәт итә. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Стандарт тикшереү аныҡ картина бирмәй, шуға күрә диагнозды аныҡлау өсөн компьютер томографияһы тәғәйенләнә. Уның һөҙөмтәләре табиптарҙы ла, пациентты ла хайран ҡалдыра: ҡолаҡтың эсендә ручканың  башына  оҡшаған сит әйбер табыла.

Ҡатын уның ҡолағына нисек эләгеүен аңлата алмай.

Сит предметтың ҡолаҡ яны шыйыҡ биҙенә һәм бит нервыһына яҡын булыуы хәлде ҡатмарлаштыра. Был йәрәхәтләнеү һәм шешеү хәүефе тыуҙыра, шуға күрә уны сығарыу бик ауыр була. Операцияны яңаҡ-йөҙ хирургтары үткәреп, ул хирургик юл менән ят әйберҙе ҡолаҡ эсенән сығара.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас