Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль , 14:15

Өс кеше янып үлгән!

Ҡурҡыныс янғындарҙа өс ғүмер өҙөлгән...

Өс кеше янып үлгән!
Өс кеше янып үлгән!

Яңы Балаҡатай ауылында кисә көндөҙ ағас йорт яна. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре урынға ашығыс рәүештә килеп еткән, тәүҙә асыҡ янғынды локализациялаған, һуңынан утты тулыһынса һүндергән.

Утты һүндереү барышында ике кешенең кәүҙәһе табылған - 56 йәшлек йорт хужаһының һәм тағы бер ирҙең. Янғынды тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә, тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Төндә Благовещен ҡалаһында Максим Горький урамындағы блоклы һарайҙа янғын сыға. Янғынды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында 38 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Фажиғә урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Тәүлек эсендә республикала туғыҙ янғын теркәлгән.

Фото: https://web.max.ru/-69197923551776

 

Өс кеше янып үлгән!
Өс кеше янып үлгән!
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас