Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраль , 12:45

Ниндәй аяныслы үлем...

42 йәшлек водитель үҙенең машинаһына ултырырға йыйынған саҡта ғына, уға машина килеп бәрелгән.

Ниндәй аяныслы үлем...
Ниндәй аяныслы үлем...

Кисә киске сәғәт алтылар тирәһендә Салауат Юлаев проспектында 20 йәшлек водитель "Лада Ларгус" автомобилендә юл ситенә туҡтаған "Хендай СантаФе" автомобиленә бәрелә, шунан һуң юл ситендә торған "БМВ Х3" автомобиле менән бәрелешә. Бәрелеш мәлендә "БМВ Х3" автомобиле водителе үҙенең транспорт сараһына ултырырға йыйынған була.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 42 йәшлек "БМВ Х3" водителен ауыр хәлдә медицина учреждениеһына оҙаталар, бер аҙҙан ул дауаханала йән бирә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса административ тикшереү бара.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@bash_gibdd

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас