Уҡыусы ҡыҙ ойошторған янғында өс уҡыусының тәне янған: береһенең тәненең - 40 проценты, ҡалған икеһенең тән яныуҙары 15 процент, тип белдерә төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте:
- Улар тән бешеү үҙәгендә реанимацияла. Үҙ аңында, үҙ аллы тын алалар.Төбәк дауаханаһы хакимиәте ата-әсәләрен реанимация бүлегенә ҡаршылыҡһыҙ үткәрергә рөхсәт итә.
Һөжүм итеүсе ҡыҙ сүкеш менән ике ҡыҙҙы һәм бер уҡытыусыны йәрәхәтләгән. Уларҙы 20-се дауаханаға алып киләләр: бер ҡыҙҙың хәле уртаса ауыр, икенсеһенең хәле ҡәнәғәтләнерлек, ул дауаханаға ятыуҙан баш тартҡан.
Әйткәндәй, ошо арала ғына оҡшаш хәлдәр башҡа мәктәптәрҙә лә булды.
3 февралдә Красноярск крайы Кодинск мәктәбендә 14 йәшлек ҡыҙ уны рәнйетеүселәргә яуап ҡайтарырға маташып, бысаҡ тотоп килә, уҡытыусыны ла яраларға теләй, әммә уға синыфташтары ҡамасаулай. Һуңыраҡ ул параллель кластағы уҡыусы ҡыҙға бысаҡ менән сәнсә.
Шул уҡ көндө Өфөлә уҡыусы мәктәпкә ҡорал менән килеп, атыу ойошторҙо, уҡытыусыны яраланы.
Өс осраҡта ла балаларҙы енәйәткә мәктәптәге буллинг этәргән, тип фаразлана.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.