Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Февраля , 09:15

5 мәйет табылған, тағы 9 кешенең яҙмышы билдәһеҙ

Интернетта ҡурҡыныс хәбәр таралды.

5 мәйет табылған, тағы 9 кешенең яҙмышы билдәһеҙ5 мәйет табылған, тағы 9 кешенең яҙмышы билдәһеҙ
5 мәйет табылған, тағы 9 кешенең яҙмышы билдәһеҙ

2026 йылдың ғинуарында «Лизаалерт Башҡортостан» ирекмәндәре республика буйынса юғалғандарҙы эҙләүгә 78 ғариза ҡабул итә.  Уларҙан 50 кеше тере килеш, биш кеше үле килеш табыла. Тағы 9 кешене әле лә эҙләй ирекмәндәр ориентирҙар тарата һәм шаһиттарҙан мәғлүмәт ала. 14 ғариза әлегә раҫланмаған.

Уҙған айҙа отряд бөтә Башҡортостан буйынса ҙур эш башҡарҙы, ләкин һәр осраҡта ла имен һөҙөмтәгә өлгәшеп булманы.

Волонтерҙар хәбәрһеҙ юғалған республика халҡын эҙләүен дауам итә һәм мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһын да ярҙам итергә  саҡыра.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас