Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраля , 09:43

Ағас йыҡҡандар аталы-уллы

Законһыҙ ағас йығыу Әбйәлил районы Асҡар ауылында теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағас йыҡҡандар аталы-уллыАғас йыҡҡандар аталы-уллы
Ағас йыҡҡандар аталы-уллы

Асҡар ауылына яҡын урманда полиция хеҙмәткәрҙәре йөк автомобилен туҡтата. Руль артында 16 йәшлек үҫмер була, ә пассажир - уның 40 йәшлек атаһы. Йөк машинаһы тейешле документтарһыҙ тулыһынса бүрәнәләр менән тултырылған була.

Улар полиция бүлегенә килтерелә. Тикшереү барышында урман фондына 600 мең һумдан ашыу зыян килтергәнлеге асыҡлана.

Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Суд ҡарары буйынса атай кеше һаҡ аҫтына алынған.

Шулай уҡ уға ҡарата "ата-әсәләрҙең йәки башҡа законлы вәкилдәрҙең бәлиғ булмағандарҙы тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәүе" өсөн административ протокол төҙөлгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@mvd_rb

 

Ағас йыҡҡандар аталы-уллы
Ағас йыҡҡандар аталы-уллы
Автор:Баныу Ҡаһарманова