Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраля , 09:18

Йәйәүлеләр тапалған

Водитель юл ситендә торған кешеләрҙең өҫтөнә менеп киткән! Күҙе тонғанмы икән әллә?!

Йәйәүлеләр тапалғанЙәйәүлеләр тапалған
Йәйәүлеләр тапалған

Өфөнөң Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, иртәнге сәғәт 7-ләр тирәһендә водитель "Фольксваген Джетта" автомобилендә Рәсәй урамы буйлап китеп барғанда тротуарҙа торған йәйәүлеләрҙе бәрҙергән. 20 һәм 19 йәшлек ике егет төрлө йәрәхәттәр ала. Уларҙы медицина учреждениеһына оҙаталар. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса административ тикшереү башланған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас