"Башнефть-Розница" компанияһы заправкаларында бензиндың хаҡы артҡан.
Бензиндың бөтә маркалары ла 30 тингә ҡиммәтләнгән, ҡышҡы дизель яғыулығының ғына хаҡы үҙгәрмәгән.
Хәҙер АИ-92-нең литры 60,25 һум тора, АИ-92 ATUM - 61,6 һум. АИ-95 - 64,25 һум, АИ-95 ATUM - 65,5 һум, АИ-100 - 86,35 һум. Дизель яғыулыҡ элеккесә 74,6 һум тора.
Был 2026 йылда компанияның автозаправкаларында икенсе тапҡыр хаҡ артыуы. Беренсе тапҡыр 1 ғинуарҙа бөтә төр яғыулыҡтың хаҡы артҡайны.
Былтыр, әйткәндәй, хаҡтар 29 тапҡыр артҡан "Башнефь" компанияһында.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.