Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраль , 11:25

«Ул минең дингә баҫыуымды теләне»

Билдәле йырсы Ләйлә Ғәлиева ире Рөстәм Ғәлиев менән айырылышыу сәбәбен һөйләне

«Ул минең дингә баҫыуымды теләне»
«Ул минең дингә баҫыуымды теләне»

Ләйлә Ғәлиева әйтеүенсә, бының бер нисә сәбәбе бар: йәш айырмаһы ла, дингә ҡарашы ла, көнләшеү ҙә. Ир менән ҡатындың һәр береһенең матур йырҙы үҙе йырларға теләүе, һөҙөмтәлә уны бүлешә алмағас дуэт яһағандар.
– 24 сәғәт буйы бергә булып, бер-беребеҙҙән арыуыбыҙ ҙа һиҙелде. Айырылышҡас та уның башҡа мөнәсәбәттәре булыуы ла, мине әллә ни ғазапламаны. Беҙ бергә йәшәгәндә үк мин уға дини ҡатын теләнем. Ул бит дин менән ҡыҙыҡһынды һәм диндар булып китте. Минән дә дини ҡатын эшләргә тырышты, ләкин был юлды һайлау өсөн һәр кемдең үҙ ваҡыты барҙыр тип уйлайым, ә минең ваҡытым етмәгән әле. Мин уға бәхет теләйем, шуға ла тыныс ҡына ебәрҙем, – ти Ләйлә Ғәлиева.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас