Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Февраля , 11:20

Муттар ҡорбаны - 88 йәшлек әбей

Нефтекама полицейскийҙары муттар схемаһында ҡатнашыусыны ҡулға алған.

Муттар ҡорбаны - 88 йәшлек әбейМуттар ҡорбаны - 88 йәшлек әбей
Муттар ҡорбаны - 88 йәшлек әбей
Нефтекама ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр бүлегенең дежур часына 88 йәшлек әбей мөрәжәғәт итә. Ул стационар номерға хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип таныш булмаған кеше шылтыратҡанын һөйләй. Оло йәштәге әбейгә көтмәгәндә ҡыҙының юл-транспорт ваҡиғаһын ҡылыуы тураһында хәбәр итәләр. Енәйәтселәр өйҙә булған бөтә аҡсаны йыйып, йәш кешегә тапшырыуҙы талап итә. Шулай итеп пенсионер курьерға 500 мең һум аҡса тапшыра. Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре үткәргән эш барышында "посылка"ны алған граждандың шәхесе асыҡлана. Оператив саралар дауам итә. Мутлашыу факты буйынса тәфтиш бүлеге енәйәт эшен асҡан.
 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас